

Яңы металл конструкцияларын монтажлайҙар.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Эштәрҙең барышы тураһында БЮТ каналында брифингта ла һөйләштеләр, тип хәбәр итә БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
– Килешеү буйынса эштәрҙе 2025 йылдың февраль аҙағына тамамларға тейешбеҙ, әммә беҙ графикта күрһәтелгәндән алдараҡ барырға тырышабыҙ, – ти “Башкиравтодор” ойошмаһының генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Динар Вәлиев.
Шаҡша биҫтәһендә йәшәүселәрҙең ҡалаға барып етеүен тәьмин итеү буйынса ла эштәр алып барыла. Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов әйтеүенсә, күперҙә эштәр башларҙан алда электричкаларҙың һәм автобустарҙың йөрөү тәртибе ҡарап сығылған, рейстар, вагондар өҫтәлгән.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/625112#scroll.