

Яңы ҡаҙанлыҡ ҡаланың төҙөлөп ятҡан 33-сө биҫтәһен, шулай уҡ эргәлә торған йорттарҙы йылылыҡ менән тәьмин итәсәк.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Проект “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Стимул” федераль программаһы буйынса тормошҡа ашырыла.
Яңы типтағы энергоүҙәк федераль, республика, муниципаль ҡаҙналарҙан бүленгән аҡсаға төҙөлә. Тулала сыҡҡан “Терминатор” ҡоролмаһы ышаныслы, йылы газ менән килә, ә авария була ҡалһа, резерв сығанаҡ ҡаралған, тип хәбәр итә БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Башҡортостан Республикаһы 2019 йылдан “Стимул” федераль программаһында ҡатнаша. Был ваҡыт эсендә 20 объект төҙөлгән. Программа буйынса төбәктә 3,1 миллион квадрат метр күләмендә торлаҡ төҙөү ҡаралған, уның 1,9 миллион квадрат метры эксплуатацияға тапшырылған. Әле был программа сиктәрендә тағы ла 12 объектта эштәр бара.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/622083#scroll.