+30 °С
Болотло
Милли проекттар
21 Ноябрь 2023, 10:01

Экспортты арттырыу маҡсатында

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы “РЖД Логистика” компанияһы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөй. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Экспортты арттырыу маҡсатындаЭкспортты арттырыу маҡсатында
Экспортты арттырыу маҡсатында

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы “РЖД Логистика” компанияһы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөй.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Башҡортостанда “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты буйынса “Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау” төбәк проекты тормошҡа ашырыла. Уның төп маҡсаты булып ауыл хужалығы продукцияһын экспортлауҙы арттырыу тора.

Өфөлә 22 – 25 ноябрҙә үтәсәк XVI Халыҡ-ара бизнес аҙналығында Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы “РЖД Логистика” компанияһы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөүе көтөлә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.   

– Бөгөн һәр тармаҡта ла транспорт менән йөк ташыуҙы үҫтереү мөһим. Аграрийҙар өсөн, мәҫәлән, был уңышты һатҡанда бик көнүҙәк. Килешеү беҙгә тимер юлы буйлап йөк ташыу өлкәһендә эште көсәйтергә булышлыҡ итер, – ти БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/624385#scroll.  

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас