-24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Ноябрь , 12:44

Башҡортостанда балалы ғаиләләр өсөн 20 төрлө ярҙам сараһы ҡаралған

 “Демография” милли проекты сиктәрендә өсөнсө һәм унан һуң тыуған һәр балаға өс йәшенә тиклем йәшәү минимумы күләмендә ай һайын түләүҙәр бар. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Башҡортостанда балалы ғаиләләр өсөн 20 төрлө ярҙам сараһы ҡаралған
Башҡортостанда балалы ғаиләләр өсөн 20 төрлө ярҙам сараһы ҡаралған

 “Демография” милли проекты сиктәрендә өсөнсө һәм унан һуң тыуған һәр балаға өс йәшенә тиклем йәшәү минимумы күләмендә ай һайын түләүҙәр бар.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Әле бындай түләүҙәрҙе республиканың 26 мең ғаиләһе алған. Был түләүҙәр өсөнсө һәм унан һуң тыуған бала 2022 йылдың 31 декабренә тиклем донъяға килгәндә ҡарала, ә быйылғы йылдан ул Социаль фонд аша түләнгән Берҙәм пособие составына индерелгән. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы линияһы буйынса төрлө ярҙам саралары менән 400 меңдән ашыу балалы ғаилә файҙалана.

БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы линияһы буйынса төрлө ярҙам сараларының һаны егермегә етә, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.

Фото һәм мәғлүмәт – https://contenta.info/press_releases/619718#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас в