+30 °С
Болотло
Милли проекттар
15 Ноябрь 2023, 04:00

Пенсионерҙар күңелһеҙләнеп ятмай

Дәүләкән районында улар өсөн “Матурлыҡ һәм һаулыҡ мәктәбе” эшләй. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Пенсионерҙар күңелһеҙләнеп ятмайПенсионерҙар күңелһеҙләнеп ятмай
Пенсионерҙар күңелһеҙләнеп ятмай

Дәүләкән районында улар өсөн “Матурлыҡ һәм һаулыҡ мәктәбе” эшләй.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

 “Демография” милли проектының “Оло быуын” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Дәүләкән районында оло быуын вәкилдәре өсөн “Гипертония” темаһына лекция, дауалау физкультураһы ойошторолдо, тип хәбәр итә район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Табип-гериатр Роза Моргунова гипертоник ауырыу хаҡында ентекле һөйләй, сәләмәтлекте һаҡлау буйынса кәңәштәр бирә. Лекциянан һуң инструктор Гүзәл Ильясова етәкселегендә дауалау физкультураһы буйынса күнегеүҙәр башҡаралар.

Бындай осрашыуҙар пенсионерҙар өсөн даими үткәрелә. Уларҙы Дәүләкән районы ветерандар советы Үҙәк район дауаханаһы менән берлектә ойоштора. Һәр шаршамбы ололар шашка һәм шахмат уйнарға йыйыла.

“Матурлыҡ һәм һаулыҡ мәктәбе”нең киләһе дәресе “Эндокрин системаһы ауырыуҙары. Шәкәр диабеты” тип атала, ул 24 ноябрҙә үтә.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/617744#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас