

Өфөлә быйыл “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса ете урам-юл селтәре участкаһы нормаға килтерелгән.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Яңыртылған юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо 7,87 саҡрым тәшкил итә, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Ремонт эштәре Галле ҡалаһы, Лев Толстой, Менделеев, Новороссийск, Рига, Шәфиев урамдарында башҡарыла. Бынан тыш, Демьян Бедный урамында эштәр килешеү буйынса 2024 йылда ғына тамамланырға тейеш булһа ла, ваҡытынан алда яңыртылған.
Миҙгел тамамланғандан һуң юл хеҙмәттәре киләһенә әҙерләнә башлай. Әле 2024 йылға ремонт эштәренең прогноз планын булдырыу буйынса эштәр бара.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/613046#scroll.