

Реконструкция эштәре тамамланыу алдында тора.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Мәҙәниәт” милли проекты һәм Өфө ҡалаһына 450 йыл тулыуға әҙерлек сиктәрендә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында реконструкция эштәре дауам итә.
Театр эргәһендә “Әкиәт аллеяһы” барлыҡҡа килә. Шулай уҡ асыҡ һауала музей булдырыла, бында Рәсәйҙең ЮНЕСКО реестрына индерелгән 12 ҙур объектының, Башҡортостандың дүрт тәбиғәт ҡомартҡыһының миниатюралары урынлаштырыла, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Театр танымаҫлыҡ булып үҙгәрә. Яңы төкәтмәлә витраж быяла артында кафе, ҡунаҡтар өсөн холл урынлаша. Архитекторҙар стеналағы элекке совет осорондағы мозаиканы ла һаҡлап алып ҡала.
– Әле төҙөкләндереү эше тулыһынса башҡарылған. Тротуарҙарҙа, амфитеатрҙа плиталар һалынған, эскәмйәләр ҡуйылған, яҡтыртыу ҡорамалдары урынлаштырылған, тирә-яҡ йәшелләндерелгән. Эш аҙ ғына ҡалды, эске яҡтан биҙәкләндереү ҙә тамамланыу алдында тора, – ти участок начальнигы Наил Хазбуллин.
Яңыртылған театрҙа тәүге тамаша быйыл декабрь айының икенсе яртыһында күрһәтелә, тип көтөлә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/615342#scroll.