

Яңауыл районының Ҡарман ауылында “Йәшелсә банкеты” ойошторола.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Ҡунаҡтар уйындарҙа, бәйгеләрҙә ҡатнаша, уңыш тураһында йомаҡтар сисә, яратҡан йырҙарын, таҡмаҡтарын йырлай, үҙҙәрен ауыл хужалығы культуралары белгестәре булараҡ күрһәтә. Улар алдында тарихсы, диетолог, һәүәҫкәр баҡсасылар сығыш яһай. Шулай уҡ һәр кем үҙ уңышын күрһәтә, йәшелсә-емеш, еләктәрҙе үҫтереү, уларҙы әҙерләү серҙәре менән дә уртаҡлаша ала. Күргәҙмәлә күрһәтелгән уңыш иһә күҙҙең яуын алырлыҡ күркәм. Байрам аҙағында банкаларҙы асып, бешерелгән тәмлекәстәрҙе тәмләп сәй эсеү ҙә барыһының күңеленә хуш килә. Күңел йылыһын ҡушып әҙерләгән һәр ризыҡ тәмле, тигән фекергә килә ҡатнашыусылар.
Муллыҡҡа, бәрәкәткә, уңышҡа арналған сара “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә үтә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/613012#scroll.