+30 °С
Болотло
Милли проекттар
14 Ноябрь 2023, 05:49

Ҡалтасыла “көмөш ирекмәндәр” маскировка селтәре үрә

Август айынан бирле 30-ҙан ашыу селтәр эшләгәндәр. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ҡалтасыла “көмөш ирекмәндәр” маскировка селтәре үрәҠалтасыла “көмөш ирекмәндәр” маскировка селтәре үрә
Ҡалтасыла “көмөш ирекмәндәр” маскировка селтәре үрә

Август айынан бирле 30-ҙан ашыу селтәр эшләгәндәр.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Оло йәштәге волонтерҙар махсус хәрби операцияла хәрбиҙәр өсөн ҡышҡы маскировка селтәре үрә. Уларға “Иман нуры” мәсетенә йөрөүселәр, райондың төрлө ойошмалары хеҙмәткәрҙәре лә ҡушыла, тип хәбәр итә  Ҡалтасы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Августан башлап 30-ҙан ашыу селтәр эшләгәндәр ҙә инде.

“Әлбиттә, һәр кемебеҙҙең өйҙә мәшәҡәте етерлек. Әммә беҙ был селтәрҙәрҙең ысын мәғәнәһендә егеттәребеҙҙең ғүмерен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итеүен беләбеҙ, шуға был эште күңел биреп башҡарабыҙ”, – тип бүлешә селтәр үреүҙе ойоштороусы ирекмәндәрҙең береһе Рита Турицина.

Ҡалтасыла “Демография” милли проекты сиктәрендә ойошторолған был эшкә ҡушылырға теләүселәр К.Маркс урамы, 68-се йорт (“Еңеү” кинотеатры бинаһы), шулай уҡ Краснохолмский ауылындағы “Своих не бросаем” волонтерҙар штабына килә ала.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/609817#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас