

Метеостанция хеҙмәткәрҙәре үҙ һөнәре хаҡында ентекле һөйләй, һауа торошон билдәләү һәм күҙаллау өсөн ярҙам иткән приборҙарҙы күрһәтә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Нуриман районының Р.С.Исмәғилев исемендәге Байгилде ауылы лицейы уҡыусылары Павловка ауылына барып, метеорологик станция менән танышты.
Сара “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә балаларға иртә профориентация үткәреү маҡсатында ойошторола.
Метеостанция хеҙмәткәрҙәре үҙ һөнәре хаҡында ентекле һөйләне, һауа торошон билдәләү һәм күҙаллау өсөн ярҙам иткән приборҙарҙы күрһәтте, тип хәбәр итә Нуриман районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Балаларҙы бигерәк тә заманса приборҙар, уларҙың эше, был һөнәргә эйә булыр өсөн ҡайҙа уҡырға кәрәк икәнлеге ҡыҙыҡһындыра. Уҡыусылар шулай уҡ тыуған еренең матур урындарын күреп йөрөй, гидроэлектростанцияла, “Ҡыҙыл шишмә” паркында була.
– Иртә профориентация баланың үҙен танып белеүе, хыялдарын тормошҡа ашырыуы өсөн бик мөһим. Төрлө һөнәрҙәр менән танышып, үҙенә яҡын өлкәне һайларға мөмкинлек бирә ул. Һөнәр һайлауға яуаплы ҡарарға кәрәк – был ҡарар тормош юлыңды билдәләй бит, – ти лицей директоры Салауат Исмәғилев.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/614092#scroll.