+30 °С
Болотло
Милли проекттар
8 Ноябрь 2023, 07:37

Үҙән аша күпер йүнәтелеп бөттө

Ремонт эштәре ваҡытынан алдараҡ тамамланған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Үҙән аша күпер йүнәтелеп бөттөҮҙән аша күпер йүнәтелеп бөттө
Үҙән аша күпер йүнәтелеп бөттө

Ремонт эштәре ваҡытынан алдараҡ тамамланған.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Объект Ҡырмыҫҡалы районының Александровка ауылы янында, Ҡырмыҫҡалы – Атйетәр – Дәүләкән автомобиль юлы – Талбазы автомобиль юлының 23-сө километрында урынлашҡан. Күперҙең оҙонлоғо 47,3 метр тәшкил итә, тип хәбәр итә БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

– Был күпер урынлашҡан юл эргәләге ауылдарҙа йәшәгәндәр өсөн бик мөһим, сөнки ул Р-240 федераль трассаһына алып сыға. Уны норматив хәлгә килтереү кәрәк ине. Хәҙер күпер заманса хәүефһеҙлек талаптарына тулыһынса яуап бирә, – ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.

Күперҙәге ремонт графикта күрһәтелгән ваҡыттан алдараҡ тамамланған. Быйыл “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә алты күпер ҡоролмаһын йүнәтеү ҡаралған. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 850 погонлы метр тәшкил итә.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/612384#scroll.

Үҙән аша күпер йүнәтелеп бөттө
Үҙән аша күпер йүнәтелеп бөттө
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас