

Өфө районында йәмәғәт урынын төҙөкләндереү буйынса эштәр тамамланды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Дорогин ауылында ял итеү, мәҙәни һәм спорт саралары үткәреү өсөн комплекс төҙөлдө. Ул “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһы сиктәрендә булдырылды, тип хәбәр итә БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Проект 2023 йылда төҙөкләндереүгә йәмәғәт урыны һайлау буйынса тауыш биреү һөҙөмтәһендә һайлана.
Дорогинда йәшәүселәр өсөн универсаль спорт-ял итеү комплексы ла ҙур бүләк була. Пикунов урамындағы комплексҡа асфальтланған тротуар алып бара, автостоянка ла бар. 0,4 гектар ерҙә балалар уйын майҙансығы, шулай уҡ асыҡ һауала спорт менән шөғөлләнеү өсөн воркаут-зона урынлашҡан. Сәхнәһе булған концерт майҙансығы ла, йәйәү йөрөү өсөн асфальт юлдар ҙа бар. Әүҙем тормош алып барыусылар үҙ көсөн иркен хоккей майҙанында һынай ала.
Йәмәғәт урыны декоратив ҡойма менән уратып алынған. Фигуралы яҡтыртҡыстар, эскәмйәләр был урынды биҙәп тора.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/610712#scroll.