+23 °С
Болотло
Милли проекттар
7 Ноябрь 2023, 04:38

Яңауыл районында футбол буйынса “Алтын көҙ – 2023” төбәк-ара турниры үтте

Сарала һигеҙ йыйылма футбол командаһы ҡатнаша. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Яңауыл районында футбол буйынса “Алтын көҙ – 2023” төбәк-ара турниры үттеЯңауыл районында футбол буйынса “Алтын көҙ – 2023” төбәк-ара турниры үтте
Яңауыл районында футбол буйынса “Алтын көҙ – 2023” төбәк-ара турниры үтте

Сарала һигеҙ йыйылма футбол командаһы ҡатнаша.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

 “Демография” милли проекты сиктәрендә районда физик культура, спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыла, яҡшыртыла. “Алтын көҙ – 2023” төбәк-ара турниры һигеҙ йыйылма футбол командаһын йыя.

Ярыштарҙа Яңауылдан “Йәшлек” спорт мәктәбе, “Феникс” футбол командаһы, Нефтекаманан “Кристалл”, “Торпедо” футбол командадары, Пермь крайының Чернушка ҡалаһынан “Чемпион”, Агрыз ҡалаһынан “Спутник”, Куеда ҡасабаһынан “Факел”, Малая Пурга ауылынан “Спутник” командалары ҡатнаша.

Финалда хужалар – “Йәшлек” командаһы Нефтекаманың “Торпедо”һын еңеп, еңеүсе була.

Турнир иҫтә ҡалырлыҡ ҡыҙыҡ булды, ҡатнашыусылар дәрт, дарман алып, тәжрибә йыйып ҡайтты, тип хәбәр итә “Йәшлек” физкультура һәм спорт ойошмаһы.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/610707#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас