+30 °С
Болотло
Милли проекттар
7 Ноябрь 2023, 08:15

Йәштәр бизнесҡа өйрәнә

Башҡорт дәүләт аграр университетында “Ҡағыҙ куб” тип аталған бизнес-уйын ойошторолдо. Унда республиканың төрлө төбәктәренән 10-11 класс уҡыусылары ҡатнашты. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Йәштәр бизнесҡа өйрәнәЙәштәр бизнесҡа өйрәнә
Йәштәр бизнесҡа өйрәнә

Башҡорт дәүләт аграр университетында “Ҡағыҙ куб” тип аталған бизнес-уйын ойошторолдо. Унда республиканың төрлө төбәктәренән 10-11 класс уҡыусылары ҡатнашты.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Эшлекле уйын сиктәрендә балалар менеджмент нигеҙҙәре, баҙар ҡағиҙәләре менән танышты, командала эшләргә өйрәнде, тип хәбәр итә БР йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты.

 “Бик күңелле һәм ҡыҙыҡ булды. Беҙ деталдәр эшләгәндә ваҡытты дөрөҫ бүлергә өйрәндек, бының бизнесҡа йоғонтоһон аңланыҡ. Бындай сараларҙа йышыраҡ ҡатнашырға теләр инем”, – ти уйында ҡатнашыусы Илнара Йәғәфәрова.

“Бизнес прорыв” Башҡортостан йәш эшҡыуарҙар трекингы программаһы  Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлығы булышлығында тормошҡа ашырыла. Сара “Мәғариф” милли проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына яуап бирә.

Башҡортостан йәш эшҡыуарҙар трекингы программаһы сиктәрендә уҡыуҙар тураһында мәғлүмәтте  https://clck.ru/36BoSB һылтанмаһы буйынса йәки +7 (963) 917-43-52 телефоны аша белешергә була.    

Фото һәм сығанаҡ –   https://contenta.info/press_releases/609825#scroll.  

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас