

Иглин районынан Тимур Исмәғилев, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, шәхси эшҡыуар булып киткән. Ул ыҫланған, маринадланған балыҡ һәм ит деликатестары әҙерләй.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Егет “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты буйынса дәүләт ярҙамы ала.
2023 йылда Тимур 25 йәшкә тиклем йәш эшҡыуарҙар өсөн субсидиялау конкурсына ғариза ебәрә һәм кесе бизнесҡа дәүләт ярҙамы программаһын ҡуллана. Конкурста еңеп, ул 500 мең һум субсидия ала, тип хәбәр итә Иглин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Был аҡсаға Тимур ыҫлау ҡорамалдары ала. Был уға етештереү күләмен 100 килограмға тиклем арттырырға булышлыҡ итә, шулай уҡ итте эшкәртеүҙе тиҙләтә, сифатты яҡшыртырға мөмкинлек бирә.
“Бизнесҡа дәүләт ярҙамының төрлөһө бар, улар эшләй. Эшҡыуарҙар улар менән ҡулланһын ғына. Бының өсөн әүҙем, ҡыҙыҡһыныусан булыу, мәғлүмәтте эҙләү, табыу, ҡулланыу кәрәк”, – ти Иглин районы бизнес-шерифы Венера Нуриәхмәтова.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/610861#scroll.