

Йыйылған ҡағыҙҙарҙан өйҙө йылыта торған экомамыҡ етештерелә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре “Экология” милли проекты сиктәрендә үткән “БумБатл” Бөтә Рәсәй экологик акцияһына ҡушылды. Улар “БашЭкоВата” ойошмаһына эшкәртеү өсөн 180 килограмм ҡағыҙ тапшырҙы, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.
Экомамыҡ етештереү – икенсел ресурстарҙы файҙаланыуҙың рациональ миҫалдарының береһе ул. Ҡалдыҡтарҙы килемгә әйләндереүҙең технологик процесын “БашЭкоВата” ойошмаһы миҫалында өйрәнәләр. Йыйылған макулатуранан төҙөлөштә ҡулланылған изоляция материалы етештерелә. Шулай ҡағыҙҙар өйҙө йылыта торған экомамыҡҡа әйләнә. Предприятиела бер сәғәттә ярты тонна йылытыу материалы етештерелә.
Акция 15 ноябргә тиклем бара. Унда ҡатнашыу өсөн https://бумбатл.национальныепроекты.рф/ сайтында теркәлергә, ойошманы йәки үҙ аллы ҡатнашыуыңды күрһәтергә, интерактив картала уңайлы ҡабул итеү пунктын һайларға, унда макулатураны алып барғас, шәхси кабинетта отчет бирергә кәрәк. Акцияның финалында иң күп ҡағыҙ тапшырыусылар, шулай уҡ иң әүҙем төбәктәр ҙә билдәләнә.
#БумБатл нигеҙендә ярыш ҡына ятмай. Ул балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә һәм юғары уҡыу йорттарында ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу һәм эшкәртеү темаһына экодәрестәр, лекциялар үткәреүҙе, заводтарға, “йәшел” офистарға экскурсиялар ойоштороуҙы ла күҙ уңында тота.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/607183#scroll.