

Өфөлә “Инклюзив сәнғәт йорто” программаһы сиктәрендә “Инклюзив мәҙәниәт: өҫтөнлөктәр һәм мөмкинлектәр” түңәрәк өҫтәле һәм инклюзив эшмәкәрлек буйынса белгестәр һәм эксперттар ҡатнашлығында оҫталыҡ дәрестәре үтте.
Түңәрәк өҫтәл эшендә инклюзив ижади лабораториялар етәкселәре һәм вәкилдәре, инвалидтарҙың төбәк һәм урындағы йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнаша. Улар Әстерхан, Һарытау, Төмән, Ульяновск өлкәләренән, Башҡортостан һәм Татарстан Республикаларынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Мәскәү ҡалаһынан килгән.
Программа сиктәрендә төрлө йүнәлештәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо: вокал, махсус дисциплина, һынлы сәнғәт, театр һәм сәхнә телмәре. Дәрестәрҙә төрлө йәштәге кешеләр ҡатнаша.
Оҫталыҡ дәрестәрен Рәсәй дәүләт махсуслаштырылған сәнғәт академияһы педагогтары алып бара. Улар: музыка факультеты деканы, доцент, халыҡ-ара музыка эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы Елена Клименко, ижади проекттар буйынса проректор Марина Вәлитова, театр факультеты деканы, профессор, Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы Игорь Востров, рәсем сәнғәте һәм графика кафедраһының өлкән уҡытыусыһы Роман Кузьмин, доцент, халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Ольга Викторова.
“Педагогтар һәм ижади коллектив етәкселәре бөгөн мөһим дәрестәр алыуына ышанам. Балалар ижади мөхиткә сумды, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡыҙыҡһынып шөғөлләнде. Бындай осрашыуҙар аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге бирә”, – ти Республика халыҡ ижады үҙәге етәксеһе Салауат Кирәев.
“Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған сараны ойоштороусылар: Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Рәсәй дәүләт махсуслаштырылған сәнғәт академияһы, Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының мәҙәниәт тармағы мәғариф ойошмаларында инвалидтарҙы һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе уҡытыу буйынса ресурс уҡыу-методик үҙәге, Мәҙәниәт өлкәһендә өҙлөкһөҙ белем биреү, ижади һәм идара итеүсе кадрҙарҙың квалификацияһын күтәреү үҙәге, Инклюзив ижади лабораторияларҙың проект офисы, Республика халыҡ ижады үҙәге.
Фото – https://rcntrb.com/ru/.