

Кушнаренко районында егеттәр араһында грек-рим көрәше һәм ҡыҙҙар араһында билбау көрәше буйынса ярыштар үтте.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Сара Советтар Союзы Геройы В.Паширов исемендәге 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә ойошторолдо, тип хәбәр итә Кушнаренко районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Ярыштарҙа 40 спортсы ҡатнаша. Егеттәр һәм ҡыҙҙар яҡшы спорт әҙерлеге күрһәтте, тип билдәләй ойоштороусылар.
“Яңы килгәндәр беренсе тапҡыр ярышта ҡатнашты. Улар үҙендә рух ныҡлығы, сослоҡ, ныҡышмаллыҡ, дуҫлыҡ һәм татыулыҡ тойғолары тәрбиәләү юлына баҫты. Ата-әсәләре лә улар өсөн “көйөргә” килде”, – ти 1-се мәктәптең директор урынбаҫары Гөлгөнә Бикмөхәмәтова.
Сара “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проекты сиктәрендә үтә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/600365#scroll.