+30 °С
Болотло
Милли проекттар
1 Ноябрь 2023, 03:25

Ете виртуаль концерт залы асыла

Проект иң яҡшы академик музыкаль сәнғәт өлгөләрен һәр кем ҡарай алһын өсөн мөмкинлектәр булдырыуҙы күҙ уңында тота. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ете виртуаль концерт залы асылаЕте виртуаль концерт залы асыла
Ете виртуаль концерт залы асыла

Проект иң яҡшы академик музыкаль сәнғәт өлгөләрен һәр кем ҡарай алһын өсөн мөмкинлектәр булдырыуҙы күҙ уңында тота.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

2024 йылда виртуаль концерт залы булдырыуға субсидия биреү өсөн конкурс еңеүселәре булған  Рәсәй Федерацияһы субъекттары билдәләнде, тип хәбәр итә БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Виртуаль концерт залы – Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының ҙур проекты ул. Ул “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Проект иң яҡшы академик музыкаль сәнғәт өлгөләрен һәр кем ҡарай алһын өсөн мөмкинлектәр булдырыуҙы күҙ уңында тота.

Еңеүселәр араһында Башҡортостандың ете учреждениеһы бар. Музыканттарҙың сығышын юғары сифатта күрһәтеү өсөн залдарҙы техник йыһазлауға республика 4,2 миллион һум аҡса ала. Заманса аудио-, видеотехника, юғары тиҙлекле интернет менән йыһазландырылған виртуаль концерт залдары булдырыу Рәсәйҙең иң яҡшы концерт залдары сәхнәләрендә башҡарылған музыкаль шедеврҙарҙы тура эфирҙа юғары сифатта күрһәтергә мөмкинлек бирә.

– Халыҡҡа билдәле Рәсәй артистары һәм музыкаль коллективтар сығышын ҡарау, филармония музыкаһын тыңлау мөмкинлеге булдырыуға ҙур иғтибар бүленә. Быға виртуаль концерт залдары булышлыҡ итә. Онлайн-трансляция форматы хәҙер бик таралған. Онлайн-концерт өсөн платформа булып төрлө майҙансыҡтарҙы, шул иҫәптән ҡала китапханаһын да  алырға мөмкин. “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса 2024 йылда виртуаль концерт залдары республиканың ете ҡалаһында барлыҡҡа киләсәк, – ти Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

Әле Башҡортостанда “Мәҙәниәт” милли проектының “Һанлы мәҙәниәт” федераль проекты сиктәрендә 11 виртуаль концерт залы булдырылған. 2022-2023 йылдарҙа 150 трансляция үткәрелгән.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/607963#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас