

Белоретта яңы сквер асылды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Белоретта яңы ғаилә менән ял итеү урыны барлыҡҡа килде, тип хәбәр итә Белорет районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Блюхер исемендәге скверҙа төҙөкләндереү эштәре йәй буйы бара. Төҙөүселәр һаҡсыл тотона: бер ағас та ҡырҡылмай, бары заманса инфраструктура өҫтәлә. Спорт зонаһы, балалар уйын майҙансығы, йәйәүлеләр һуҡмаҡтары барлыҡҡа килә. Видеокүҙәтеү ҙә ҡуйылған.
Проект сквер биләмәһен генә төҙөкләндереүҙе күҙ уңында тотмай. “Метеор” йәштәр хоккей командаһының үҙ йылы бинаһы ла барлыҡҡа килә. Белорет хоккейсылары байтаҡ йылдар шөғөлләнә һәм яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә, шуға ла уларҙың үтенесенә лә ҡолаҡ һалалар.
– Барыһы ла тау, урман араһында ултырған Белоретҡа бик яҡын булған эко-стилдә эшләнгән. Проект ике йылға иҫәпләнгән. Ҡалған эштәргә проект ойошмаһы киләһе йылдың яҙында тотона, – ти ҡала хакимиәте башлығы Кирилл Егупов.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/607813#scroll.