+30 °С
Облачно
Милли проекттар
31 Октября 2023, 15:05

“Сәләмәт йылмайыу”

Саҡмағош ауылының 1-се мәктәбендә стоматология кабинеты асылды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Сәләмәт йылмайыу”“Сәләмәт йылмайыу”
“Сәләмәт йылмайыу”

Саҡмағош ауылының 1-се мәктәбендә стоматология кабинеты асылды.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Кабинетта капиталь ремонт үткәрелгән. Стандарттарға ярашлы яңы заманса йыһаздар ҡуйылған. Мәктәп уҡыусыларын район дауаханаһы табиптары хеҙмәтләндерә, тип хәбәр итә Саҡмағош районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Уҡыусылар ҙа, педагогтар ҙа, ата-әсәләр ҙә был ваҡиғаны көтөп ала. Бында кариесты дауаларға, ауыҙ ҡыуышлығын ҡаратырға, гигиена талаптарын дөрөҫ үтәргә өйрәнергә мөмкин. Был хеҙмәттәр – түләүһеҙ.

Стоматология кабинеты “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты һәм “Ҡанатланып ос!” республика белем биреү проекты булышлығында асыла.

 

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/607811#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас