

Ул Комсомол урамынан алып Рудольф Нуриев урамынаса һуҙыла.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Урам “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә асыла. Архитектор Рехмуков һәм Муса Гәрәев урамдарынан аша Спорт көрәше үҙәгенә юл ята. Өс объект та Башҡортостандың баш ҡалаһына 450 йыл тулыу айҡанлы төҙөлә, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Урамдың оҙонлоғо – 493, машина йөрөй торған юлы – ете, ә тротуарҙың киңлеге өс метр тәшкил итә. Был урам Комсомол урамынан алып Рудольф Нуреев урамынаса һуҙыла. Башҡортостан Хөкүмәте һәм Рәсәй Юл төҙөлөшө министрлығы тарафынан алдан финанслау ярҙамында урамда төҙөлөш эштәре планлаштырғанға ҡарағанда 243 көнгә алдараҡ тамамлана. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығында билдәләүҙәренсә, “Стимул” проекты буйынса бөтә комплекста эштәр 2024 йылдың аҙағында тамамлана.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/608216#scroll.