+30 °С
Облачно
Милли проекттар
30 Октября 2023, 05:30

Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла

Асҡын районының Яңы Бағаҙы ауылында модулле фельдшер-акушер пункты төҙөлә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылаЗаманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла
Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла

Асҡын районының Яңы Бағаҙы ауылында модулле фельдшер-акушер пункты төҙөлә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Бинаның металл конструкциялары ҡуйылған, әле төҙөүселәр модулдәр эшләү һәм ҡыйығын ябыу менән мәшғүл. ФАП бөтә кәрәкле заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Һыу, канализация системаларына ла тоташтырыла, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Яңы фельдшер-акушер пунктында табип-терапевт Зәлифә Шәрифғәлиева эшләйәсәк. Ул әле бында йәшәгән 201 кешене элекке ФАП бинаһында ҡабул итә, хеҙмәтләндерә.

– Заманса ФАП халыҡ өсөн ауылдан сыҡмай ғына сифатлы медицина ярҙамы һәм профессиональ консультация  алырға мөмкинлек бирә, – ти Асҡын район дауаханаһының баш табибы Вадим Ғәләүетдинов.

ФАП “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә төҙөлә.

Фото һәм сығанаҡ –  https://contenta.info/press_releases/602078#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас