+30 °С
Болотло
Милли проекттар
30 Октябрь 2023, 04:20

“Турникетһыҙ аҙна”

Бөтә Рәсәй акцияһының көҙгө этабында Башҡортостандан 6,5 мең кеше ҡатнашҡан. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Турникетһыҙ аҙна”“Турникетһыҙ аҙна”
“Турникетһыҙ аҙна”

Бөтә Рәсәй акцияһының көҙгө этабында Башҡортостандан 6,5 мең кеше ҡатнашҡан.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Акция Машина төҙөүселәр союзы уйлап тапҡан “Рәсәйҙә эшлә!” (“Работай в России!”) федераль программаһы сиктәрендә үтә. Хеҙмәт ресурстарын тултырыу, йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – “Демография” милли проектының мөһим аспекты.

Башҡортостанда был сара йыл һайын апрель һәм октябрь айҙарының өсөнсө аҙнаһында уҙғарыла. Көҙгө этап барышында республиканың мәшғүллек үҙәктәре белгестәре 361 сара үткәргән, уларҙа 6,7 мең кеше ҡатнашҡан, тип хәбәр итә  БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

– “Турникетһыҙ аҙна” Бөтә Рәсәй акцияһының төп идеяһы – ҡатнашыусыларға ғәмәлдә төрлө һөнәрҙәр менән танышыу мөмкинлеге биреү, өлкән синыф уҡыусыларының аң-белем даирәһен киңәйтеү һәм уларға һөнәр һайлауҙа ярҙам итеү. Аҙна дауамында мәктәп уҡыусылары төрлө предприятиеларға барҙы, эшселәр менән аралашты, презентацияларҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Йәштәрҙе айырыуса юғары технологиялы предприятиелар ҡыҙыҡтыра, – ти  Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Акция эш биреүселәрҙе лә ҡыҙыҡһындыра. Көҙгө этапта машиналар төҙөү, нефть һәм газ, ауыл хужалығы, еңел промышленность өлкәләрендә эшләгән утыҙҙан ашыу предприятие ҡатнаша.

Экскурсияларҙан тыш, мәшғүллек үҙәктәре белгестәре 46 класс сәғәте ойоштора, уларҙа 920 уҡыусы ҡатнаша, 80 граждан өсөн телефон аша 17 консультация үткәрә, һөнәри белем биреү ойошмалары менән 22 осрашыу ойоштора (761 мең кеше ҡатнаша), 287 кеше ҡатнашлығында 14 ата-әсәләр йыйылышы үткәрә.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/602785#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас