+30 °С
Облачно
Милли проекттар
27 Октября 2023, 09:11

Танымаҫлыҡ булып үҙгәрә

Мәләүездә яңы йәмәғәт урыны асыла. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Танымаҫлыҡ булып үҙгәрәТанымаҫлыҡ булып үҙгәрә
Танымаҫлыҡ булып үҙгәрә

Мәләүездә яңы йәмәғәт урыны асыла.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Ҡаланы төҙөкләндереү стратегияһының логик дауамы булып тора “Мәләүездең сәскәле яр буйы”, тип хәбәр итә БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Йәйәүлеләр юлы Спорт һарайын, ҡаланың административ үҙәген, мәҙәниәт һарайын, баҙар, автовокзал биләмәләрен һәм ҡалаға инеү юлын тоташтырып тора. Ҡала халҡы эштәрҙең тамамланыуын түҙемһеҙләнеп көтә.

2022 йылда Мәләүез “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе була. Төҙөкләндереү биләмәһен тауыш биреү барышында ҡала халҡы үҙе һайлай. “Мәләүездең сәскәле яр буйы”нда эштәр декабрҙә тамамланыр, тип көтөлә. Планға ярашлы был биләмә танымаҫлыҡ булып үҙгәрә. Заманса, күп функциялы урын барлыҡҡа килә.

Фото һәм сығанаҡ –  https://contenta.info/press_releases/604113#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас