

Сентябрҙә Өфө һәм Нуриман урман хужалыҡтарында 73 килограмм имән сәтләүеге әҙерләнгән.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Башҡортостанда урман ағастары орлоҡтары әҙерләү миҙгеле бара, тип хәбәр итә БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Эштәр “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә алып барыла.
Сентябрҙә Өфө һәм Нуриман урман хужалыҡтарында 73 килограмм имән сәтләүеге әҙерләнгән. Тикшереүҙәр үткәрелгәндән һуң һәр партия орлоҡҡа сәтләүектәрҙең сифаты тураһында таныҡлыҡ бирелә. Артабан орлоҡтар урмандарҙы тергеҙеүҙә файҙаланыла.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/604248#scroll.