+30 °С
Облачно
Милли проекттар
26 Октября 2023, 06:18

Йыш ҡына туристарға ла медицина ярҙамы күрһәтергә тура килә

Белорет районы тиҙ медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәренә ике машина асҡысы тапшырылды. “Газель Соболь” һәм “Газель Некст” автомобилдәре “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса алынған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Йыш ҡына туристарға ла медицина ярҙамы күрһәтергә тура киләЙыш ҡына туристарға ла медицина ярҙамы күрһәтергә тура килә
Йыш ҡына туристарға ла медицина ярҙамы күрһәтергә тура килә

Белорет районы тиҙ медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәренә ике машина асҡысы тапшырылды. “Газель Соболь” һәм “Газель Некст” автомобилдәре “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса алынған.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Автомобилдәрҙең береһе Белорет ҡалаһында ҡала, икенсеһе Үрге Әүжән ауыл советына йүнәлә.

Машиналар медицина ярҙамы күрһәтеү һәм ауырыуҙарҙы кәрәкле урынға йәһәт алып барыу өсөн бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Уларҙа   дефибриллятор, электрокардиограф,  портатив пульсоксиметр, яһалма тын алдырыу аппараты, ҡанда глюкоза кимәлен үлсәү өсөн һәм башҡа  ҡорамалдар бар.

Белорет үҙәк район дауаханаһына Белорет, Учалы, Әбйәлил, Бөрйән райондары ҡарай. Һәр береһендә тиҙ ярҙам бригадалары тәүлек әйләнәһенә эшләй. Бер тәүлектә 24 бригада эшкә сыға. Яңы автомобилдәр ҙә шунда уҡ “эшкә егелде”, тип хәбәр итә Белорет районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

– Бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған, төрлө ерҙә лә яҡшы йөрөгән автомобилдәр килеүе бик мөһим, сөнки беҙгә йыш ҡына бында йәшәгән кешеләргә генә түгел, бәләгә тарыған туристарға ла ярҙам күрһәтергә  тура килә. МЧС хеҙмәткәрҙәре менән берлектә эшләгән осраҡтар ҙа була, – ти Белорет үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илдар Хәмитов.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/601594#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас