+30 °С
Болотло
Милли проекттар
26 Октябрь 2023, 08:55

Социаль эшҡыуар булғың киләме?

“Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә социаль предприятиеларға грантҡа документтарҙы БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ҡабул итә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Социаль эшҡыуар булғың киләме?Социаль эшҡыуар булғың киләме?
Социаль эшҡыуар булғың киләме?

“Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә социаль предприятиеларға грантҡа документтарҙы БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ҡабул итә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Нефтекама ҡалаһында социаль эшҡыуарҙар реестрына индерелгән кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына республика бюджетынан субсидия ярҙамы күрһәтеү буйынса конкурс һөҙөмтәләре яһалды, тип хәбәр итә ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. 250 ғаризаның 16-һы – социаль эшҡыуарҙарҙан.

“Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә социаль предприятиеларға грантҡа документтарҙы БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ҡабул итә. Конкурс һөҙөмтәһендә Нефтекамала шәхси эшҡыуарҙар Ирина Османова, Альбина Әлетдинова, Светлана Ғәбдрәүепова, Ринат Әхмәтғәлиев, “Чудо” һәм “Менеджерҙар мәктәбе” ойошмалары грант ала.

Ҡалала барыһы 35 социаль эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән. Улар башлыса белем биреү, медицина, физкультура-һауыҡтырыу эшмәкәрлеге менән мәшғүл.

Ошо категорияларға ингән кешеләрҙең   социаль эшҡыуар йәки предприятие статусы алыу мөмкинлеге бар:

  • инвалидтар,
  • социаль яҡтан яҡлауға мохтаж хеҙмәткәрҙәргә (пенсионерҙар, аҙ килемлеләр, күп балалылар һ.б.) эш урыны биреүселәр;
  • социаль яҡтан яҡлауға мохтаж кешеләр өсөн тауарҙар етештереүселәр;
  • социаль йүнәлешле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүселәр һ.б.

Артабан социаль предприятие категорияһына ярашлы документтар тапшырыла. Был хаҡта тулы мәғлүмәтте https://biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news/5  һылтанмаһы буйынса алырға мөмкин.

Социаль предприятиеларҙың шулай уҡ  “Башҡорт микрокредит компанияһы”нан минималь ставка буйынса микрозайм менән файҙаланыу, муниципаль милекте льготалы коэффициент буйынса ҡуртымға алыу мөмкинлеге бар.

Фото һәм сығанаҡ –  https://contenta.info/press_releases/601774#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас