

Благовещен районында ойошторолған сара йылдың иң яҡшы ваҡиғаһы тип танылды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Сал һабантуй” байрамын ойоштороуҙы социаль эшҡыуар Әлфиә Ғәлиуллина уйлап таба. Сара программаһына команда ярыштары, ижади бәйгеләр, йыр марафондары индерелгән. Быйыл ҡатнашыусыларҙың уртаса йәше 74-те тәшкил итә. Сара “Терра Блага”глэмпингында үтә. Бында квест-экскурсиялар, милли уйындар ойошторола.
“Был сараны ҡыҙыҡлыраҡ, оло йәштәгеләр өсөн файҙалыраҡ итергә ынтылабыҙ. Унда күберәк кешеләрҙе йәлеп итеү өсөн көс һалабыҙ. Беҙҙең идея башҡа төбәктәрҙә йәшәүселәргә лә оҡшаһа, ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс спорт һәм мәҙәниәт тормошона күберәк оло йәштәгеләр йәлеп ителһә, бик шатбыҙ”, – ти Әлфиә Ғәлиуллина.
Russian Event Awards туризм өлкәһендәге милли премияһының округ этабында Волга буйы һәм Урал федераль округтары өсөн “Сал һабантуй” оло йәштәгеләр өсөн иң яҡшы ваҡиға тип танылды, тип хәбәр итә Благовещен районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Ноябрҙә сараны ойоштороусылар халыҡ-ара премияның финалына Түбәнге Новгородҡа юллана.
Сара “Демография” милли проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына яуап бирә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/602155#scroll.