+30 °С
Облачно
Милли проекттар
25 Октября 2023, 15:55

Ниәттәре изге

Дүртөйлө эшҡыуары  Лия Әхмәтханова “ВЕЯ” подология һәм эстетика үҙәге аса. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ниәттәре изгеНиәттәре изге
Ниәттәре изге

Дүртөйлө эшҡыуары  Лия Әхмәтханова “ВЕЯ” подология һәм эстетика үҙәге аса.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Лия Әхмәтханова подология менән 2020 йылдан алып шөғөлләнә. Башта ул – матурлыҡ салонында, артабан студияла  шәхси оҫта булып эшләй. Бер йыл элек Лия районда күберәк кешеләргә,  Иҫке Байыш интернатында йәшәүселәргә  ярҙам итеү хаҡында уйлана башлай. “Сәләмәт табандар” социаль проекты менән ул район хакимиәтендә ойошторолған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә килә. Белгестәр дәүләттән ярҙам мөмкинлектәре хаҡында консультация бирә.

Башта ул подология аппараты ала. Артабан БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан грант алыу өсөн шарттарҙы эҙмә-эҙлекле үтәй. Февралдә үҙәк өсөн бина таба, ремонт эшләй, хеҙмәткәрҙәр табып, уҡырға ебәрә. Материалдар, кәрәк-яраҡ, ҡорамалдар ала. Мартта үҙәк клиенттар өсөн ишектәрен аса.

Йүнсел ҡатын майҙа социаль эшҡыуарлыҡ буйынса уҡый, августа грантҡа документтарын тапшыра. Октябрҙә республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы Лияны быйыл грант аласаҡ социаль эшҡыуарҙар исемлегенә индерә.

– Беҙгә төрлө йәштәгеләр килә. Улар араһында тырнағы дөрөҫ үҫешмәгән өс айлыҡ сабый ҙа, 98 йәшлек клиенттар ҙа бар. Пенсионерҙар, күп балалы ғаиләләр күп. Пенсионерҙарға – 10, күп балалыларға биш процентлы ташламалар яһайбыҙ. Айына бер тапҡыр түләүһеҙ консультациялар үткәрәбеҙ, – ти Лия Әхмәтханова.

Киләсәктә эшҡыуар яңы хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытып алырға, уларға эш урыны булдырырға, халыҡ менән түләүһеҙ осрашыуҙар үткәрергә, аяҡ кейеме, ойоҡтар һайларға өйрәтергә ниәтләй, тип хәбәр итә  Дүртөйлө районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Социаль эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу – “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты йүнәлештәренең береһе.

 

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/595733#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас