

Һаҡсыл етештереү серҙәренә өйрәнгәндәр.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Быйыл республикала “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашҡан предприятиеларҙан 240 хеҙмәткәр “Процестар фабрикаһы”нда белем алған, тип хәбәр итә БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте.
“Процестар фабрикаһы” Төбәк компетенциялар үҙәге нигеҙендә эшләй.
Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов әйтеүенсә, быйыл ошондай 18 сара үткәрелгән.
Үткән аҙнала тренингта “Ауырлыҡ үлсәү ҡорамалдары заводы” сауҙа йорто” (“Торговый дом “Завод весового оборудования”) эшселәре төркөмө ҡатнаша. Сәнәғәт үлсәүҙәре һәм дозаторҙар етештергән был ойошма милли проектҡа өс ай элек ҡушыла.
“Процестар фабрикаһы”нда ҡатнашыу өсөн ғаризаны +7(347)246-83-65 телефоны йәки ppt@bashkortostan.ru электрон почтаһы аша ҡалдырырға мөмкин. Милли проект хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте производительность.рф порталында алырға була.
Фото һәм мәғлүмәт – https://contenta.info/press_releases/598696#scroll.