

Бағырҙы ике, ҡайһы саҡ 3-4 килограмм ауырлыҡҡа еткәс тотоп алалар. Йыл һайын хужалыҡ ике тонна самаһы сей, ыҫланған, киптерелгән, туңдырылған балыҡ һәм ыуылдырыҡ һата.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Балыҡ үрсетеү бизнесы күп аҡса талап итә, ти Ҡариҙел районы фермерҙары Гөлнара һәм Ильвер Ғиндуллиндар. Уңышҡа ирешәм тиһәң, барыһын да дөрөҫ иҫәпләп, технологияһынан тайпылмаҫҡа кәрәк.
Ғиндуллиндар 2016 йылдан бағыр балығының ике төрөн үрсетеү менән шөғөлләнә. Бөгөн хужалыҡ республикала уларҙы етештереү буйынса иң ҙурҙарҙан һанала, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Крәҫтиән-фермер хужалығының дүрт быуаһы, кәрәкле ҡоролмалары, техникаһы бар.
– Бөгөн беҙҙең хужалыҡта балыҡты үрсетеү, һатыу өсөн бөтә кәрәкле әйберҙәр ҙә бар. Әлбиттә, эш башлағанда кәрәкле ҡорамалдарҙың барыһын да һатып алыу еңел түгел, – тип бүлешә Гөлнара.
Был ауырлыҡты еңеп сығырға уларға дәүләт ярҙамы булышлыҡ иткән. “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә ғаилә 1,4 миллион һум грант отҡан. Был аҡсаға улар кәрәкле техника алған. Өҫтәмә эш урындары ла булдырғандар.
Әле хужалыҡта 25 мең бағыр балығы иҫәпләнә. Етештереү күләмен арттырыу өсөн крәҫтиән-фермер хужалығы белгестәре йыл һайын быуаға балыҡ селбәрәһе ебәрә. Быйыл алты мең һаҙан һәм ике мең табан балығы ебәрелгән.
Бағырҙы ике, ҡайһы саҡ 3-4 килограмм ауырлыҡҡа еткәс тотоп алалар. Йыл һайын хужалыҡ ике тонна самаһы сей, ыҫланған, киптерелгән, туңдырылған балыҡ һәм ыуылдырыҡ һата.
Агротуризмды үҫтереү маҡсатында хужалыҡ биләмәһендә өй, дөйәғоштар өсөн вольер, мунса төҙөлгән. Туристар өсөн экскурсиялар үткәрелә, балыҡ тотоу ойошторола.
Киләсәктә Ғиндуллиндар балыҡ тотоу, ашатыу, киптереү, ҡаҡлау, ыҫлау буйынса төрлө оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә ниәтләй.
Ғаилә фермаһын үҫтереүгә грант крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына һәм шәхси эшҡыуарҙарға бирелә. 2023 йылда “Ғаилә фермаһы” программаһы буйынса дәүләт ярҙамы 95,2 миллион һум тәшкил иткән. Башҡортостанда 14 ғаилә фермаһына грант бирелгән.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/590846#scroll.