+30 °С
Облачно
Милли проекттар
23 Октября 2023, 08:07

Йәнһүрәт эшләү ҡыҙыҡ

Ҡариҙел үҙәк район модель китапханаһында оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Йәнһүрәт эшләү ҡыҙыҡЙәнһүрәт эшләү ҡыҙыҡ
Йәнһүрәт эшләү ҡыҙыҡ

Ҡариҙел үҙәк район модель китапханаһында оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

  Ҡариҙел үҙәк район модель китапханаһы “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә булдырыла.

Йәнһүрәт эшләү балалар өсөн генә түгел, ололарға ла ҡыҙыҡ. Уҡыусылар үҙҙәрен аниматор булараҡ һынап ҡарай. Китапханасылар йәнһүрәт эшләү ҡағиҙәләре менән таныштыра.

Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар анимация буйынса белем алды, мультстудия эше принциптарын өйрәнде. Геройҙарын йәнләндереп, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар уйлап тапты, тип хәбәр итә БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Сарала ҡатнашыусылар онотолмаҫ тәьҫораттар ала, тәжрибә туплай.

“Бөгөн оҫталыҡ дәресендә анимация эшләү ҡағиҙәләре менән таныштым, китапханасылар программаларҙа эш итергә, йәнһүрәт эшләргә өйрәтте. Оҫталыҡ дәресе бик ҡыҙыҡ үтте, күп яңылыҡтар белдем”, – ти 3-сө синыф уҡыусыһы Радмилла Шәйғәттарова.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/598926#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас