

Федоровка районы паркында спорт майҙансығы асылды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Спорт майҙансығы паркты төҙөкләндереү буйынса ҙур проекттың бер өлөшө булып тора. Майҙансыҡҡа асфальт һалынған, хәүефһеҙ резина япма йәйелгән, яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйылған, кәртәләп алынған. Резина япма һыуыҡҡа ла, юғары температураға ла сыҙамлы, шуға ла унда йыл әйләнәһенә шөғөлләнеп була, тип хәбәр итә БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте. Проектлаусылар майҙансыҡтың сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған һәр кемдең яратҡан урынына әйләнеренә ышана.
– Паркты яңыртыуға күп көс һәм аҡса һалынды. Спорт майҙансығына һәр кем сәләмәтлек “порцияһы” алырға килә, күнекмәләр эшләй, саф һауала уйнай ала, – ти район хакимиәте башлығы Венер Нәсретдинов.
Майҙансыҡты тантаналы асҡас та балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында футбол ярыштары үтә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/591878#scroll.