

Башҡортостанда “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә “БР агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспорты” төбәк проекты тормошҡа ашырыла.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Проекттың төп маҡсаттарының береһе – ауыл хужалығында етештерелгән продукция экспортын арттырыу.
Башҡортостан май, иген продукцияһын күпләп экспортлай. Бынан тыш, сит илдәргә аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте продукциялары, май һығып алыр орлоҡтар, спирт, бал, ит һәм һөт продукцияһы оҙатыла.
Ошо көндәрҙә “СП Урожай” хужалығы Ҡаҙағстанға 27 тонна картуф оҙатты, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Быйыл картуф 1627 гектар майҙанда сәселгән. Был иҫәпкә шәхси ярҙамсыл хужалыҡтар майҙаны инмәй.
2023 йылдың туғыҙ айында Башҡортостан 240 миллион АҠШ долларлыҡ агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспортлаған. Был күрһәткес үткән йылдың ошо осорондағыға ҡарағанда 13 процентҡа артҡан.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/596558#scroll.