

Салауат ҡалаһында бетондан әйберҙәр етештереү һәм һатыу буйынса цех асылды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Етештереү идеяһы “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” кәңәшмәһендә хуплау таба.
Йүнсел Ленар Латипов командаһы менән ҙур объекттарҙы, шәхси хужалыҡтарҙы, дачаларҙы, ихаталарҙы төҙөкләндереү өсөн төрлө продукция сығарырға йыйына.
Хакимиәт вәкилдәре яңы етештереү урынына килгәндә эшҡыуарға башланғыс осорҙа күрһәтелгән ярҙам саралары, артабан үҫешеү өсөн мөмкинлектәр тураһында һөйләне, тип хәбәр итә Салауат ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
“Тауар етештереүҙе ойоштороу еңел түгел, ул документтар юллауҙы, байтаҡ аҡса һалыуҙы талап итә, ә килем шунда уҡ алынмауы ла бар. Шуға ла егеттәргә уңыштар теләйбеҙ”, – ти ҡаланың бизнес-шерифы Урал Мағизов.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/582202#scroll.