+30 °С
Болотло
Милли проекттар
19 Октябрь 2023, 11:31

Туристар һаны 30 процентҡа артҡан

2023 йылдың башынан алып Башҡортостанға 1,66 миллион турист килгән. Был һан үткән йылдың ошо осорона ҡарағанда 31,2 процентҡа күберәк. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Туристар һаны 30 процентҡа артҡанТуристар һаны 30 процентҡа артҡан
Туристар һаны 30 процентҡа артҡан

2023 йылдың башынан алып Башҡортостанға 1,66 миллион турист килгән. Был һан үткән йылдың ошо осорона ҡарағанда 31,2 процентҡа күберәк.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Был күрһәткес буйынса республика Волга яны федераль округында – икенсе, Рәсәйҙә – 12-се урында. Туристарҙың һаны артыуына “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ  индустрияһы” милли проектын тормошҡа ашырыу ҙа булышлыҡ итә.

Төбәктә 2023 – 2024 йылдарҙа туризм инфраструктураһын булдырыу һәм үҫтереү өсөн федераль ҡаҙнанан 1,5 миллиард һум аҡса йәлеп ителгән. Уларҙың төп өлөшө ҡунаҡханалар һанын арттырыу буйынса мәсьәләләрҙе сисеүгә тотонола. Әле урындар етмәүе эске туризмдың үҫешен тотҡарлаусы етди факторҙарҙың береһе булып тора. Федераль ярҙам менән республикала модулле отелдәр, глэмпингтар барлыҡҡа килер, булған ҡунаҡханаларҙа номерҙар һаны артыр, тип хәбәр итә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Дәүләт ярҙамы менән барыһы 36 муниципаль берәмектә 150 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Бының өсөн 3,79 миллиард һум тотонола, шул иҫәптән инвесторҙарҙың үҙ аҡсаһы 2,29 миллиард һум тәшкил итә.

Фото һәм сығанаҡ –  https://contenta.info/press_releases/593402#scroll.

 

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас