+30 °С
Болотло
Милли проекттар
19 Октябрь 2023, 08:17

Мал һанын 30-ға еткергәндәр

Йәрмәкәй районында кәрлә африка кәзәләре үрсетәләр. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Мал һанын 30-ға еткергәндәрМал һанын 30-ға еткергәндәр
Мал һанын 30-ға еткергәндәр

Йәрмәкәй районында кәрлә африка кәзәләре үрсетәләр.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Йәрмәкәй районында был яҡтар өсөн ят булған кәрлә африка кәзәләре үрсетәләр. Петропавловскийҙар ғаиләһе бында Алыҫ Көнсығыштан күсеп килгән. “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашып, проекттарын тормошҡа ашырыуға ярҙам һорайҙар. Камерун кәзәләрен үрсетеү өсөн уларға Атамкүл ауылынан матур урын бүлеп бирелде, тип хәбәр итә Йәрмәкәй район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Эшҡыуарҙар эште өс кәзәнән башлай, әле малдарының һанын 30-ға еткергәндәр. Кәрлә кәзәләренең һөтө үҙенсәлекле. Уның майлылығы 6 – 14 процент.

Петропавловскийҙар ғаиләһе өй, ер алған, 40 гектар ерҙе ҡуртымға алған.

Фермерҙар сыр, эремсек яһай. Артабан етештереүҙе арттырырға, кәзәләрҙең һанын күбәйтергә йыйыналар.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/594117#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас