

Эшҡыуарҙарға социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһы булышлыҡ итә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Николо-Березовкала йәшәгән Руфина менән Эдуард Хужиндар бер нисә йыл элек районда тәүгеләрҙән булып аҡ бәшмәк үҫтереү фермаһы ойоштора. Бизнесын үҫтереү, йәшел тәмләткес үләндәр өсөн йылытма хужалығы ойоштороу уйы күптән килә, теплица, ҡорамалдар алыу өсөн аҡса кәрәк була. Ғаиләгә “Демография” милли проектының бер сараһы булған социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһы булышлыҡ итә, тип хәбәр итә Краснокама районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Эшҡыуар мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итә, бизнес-проект төҙөп, конкурс комиссияһы алдында уны уңышлы яҡлай. Проектын тормошҡа ашырыуға 250 мең һум күләмендә субсидия ала.
– Был аҡсаға йылытма, елләтеү, яҡтыртыу ҡорамалдары, үҙ аҡсабыҙға инженер ҡорамалдары алдыҡ, стеллаждар эшләнек. Йәшел үләндәрҙе йыл әйләнәһенә үҫтерергә ниәтләйбеҙ, теплицаны ошо маҡсатта төҙөнөк. Елләтеү, йылытыу системаларын яңыртырға, автоматик һыу һибеүҙе яйларға уйлайбыҙ, – тип бүлешә Руфина.
Йылытмала эшләү яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Яҙ кәбеҫтә, райхан, ҡыяр, татлы борос, помидор үҫентеләре үҫтереп һатҡандар. Көҙгә табан әнис, шәфәри, һуған, салат, райхан, кориандр, борос үҫә. Һатып алыусылар күп.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/594490#scroll.