

Бер нисә йөҙ гектар ҙурлыҡтағы ерҙә балалар уйын майҙансыҡтары, ял итеү маршруттары, тау саңғыһы комплексы, тюбинг трассаһы, кафе, бағыр балығы хужалығы, мәмерйәле шарлауыҡ һәм башҡа ҡыҙыҡлы объекттар урын ала.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә “Урал батыр” спорт-ял итеү паркының төҙөлөш барышы ҡаралды, тип хәбәр итә Әбйәлил районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Ҙур инвестиция проекты район үҙәге Асҡар янында ғына тормошҡа ашырыла.
Бер нисә йөҙ гектар ҙурлыҡтағы ерҙә балалар уйын майҙансыҡтары, ял итеү маршруттары, тау саңғыһы комплексы, тюбинг трассаһы, кафе, бағыр балығы хужалығы, мәмерйәле шарлауыҡ һәм башҡа ҡыҙыҡлы объекттар урын ала.
– Барлыҡ объекттарҙа ла төҙөлөш әүҙем бара. Әле фонтан эшләнә, ҡунаҡхана, инеү урыны төҙөкләндерелә. Балалар уйын майҙансыҡтарында эштәр гөрләй. Артабан глэмпинг төҙөргә йыйынабыҙ, ғаилә менән ял итеү урыны булдырабыҙ. Балыҡ тоторға яратыусылар өсөн дә ҡыҙыҡ булыр, – ти проекттың башында торған Руслан Шәғәлин.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/586220#scroll.