

Башҡортостанда “Молот” тхэквондо буйынса балалар клубы селтәре әүҙем үҫешә. Проектты Ҡырмыҫҡалы районынан йәш эшҡыуар Азамат Ураҙғолов тормошҡа ашыра.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Быйыл егет “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә 500 мең һумлыҡ федераль грант ота. Был аҡсаны ул Стәрлетамаҡ районы Отрадовка ауылындағы клубҡа яңы ҡорамалдар алыуға тотонмаҡсы, тип хәбәр итә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса министрлығының матбуғат хеҙмәте.
– Ауыл балаларына спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеге булдыра алыуым минең өсөн бик мөһим. Ҡалала йәшәгән егет-ҡыҙҙарҙың мөмкинлектәре күберәк, ауыл ерендә иһә йыш ҡына спорт секциялары етмәй, – ти Азамат.
Йәш эшҡыуар хаҡында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров та социаль селтәрҙәге сәхифәһендә бүлеште. “Тхэквондо буйынса тәүге клубты йүнсел егет 2021 йылда Архангел ауылында аса. Әле республика буйынса 12 филиалы бар, уларҙа 400-ҙән ашыу бала шөғөлләнә, улар араһында мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҙә бар. Спортсылар төрлө кимәлдәге ярыштарҙа даими сығыш яһай һәм призлы урындар яулай”, – тип яҙа ул.
– Азамат – социаль яҡтан яуаплы эшҡыуарҙарҙың береһе. Уның спорт клубтары ауыл балаларына таланттарын асырға, тормошта үҙ урынын табырға мөмкинлек бирә. Дәүләт ярҙамы ошондай проекттарға үҫешергә булышлыҡ иткәндә беҙ ихлас ҡыуанабыҙ. Быйыл милли проект сиктәрендә 264 йәш эшҡыуар финанс ярҙамы алыуын билдәләп үткем килә, – ти Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса министры Рөстәм Афзалов.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/592578#scroll.