+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
17 Октябрь 2023, 09:09

Башҡортостанда 123 йәмәғәт урынында төҙөкләндереү буйынса эштәр тамамланыу алдында тора

Эштәр “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса алып барыла. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Башҡортостанда 123 йәмәғәт урынында төҙөкләндереү буйынса эштәр тамамланыу алдында тораБашҡортостанда 123 йәмәғәт урынында төҙөкләндереү буйынса эштәр тамамланыу алдында тора
Башҡортостанда 123 йәмәғәт урынында төҙөкләндереү буйынса эштәр тамамланыу алдында тора

Эштәр “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса алып барыла.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Башҡортостанда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыуға ҙур иғтибар бүленә. 123 йәмәғәт урынын яңыртыу буйынса эштәр 47 ауылда һәм 21 ҡалала алып барыла, тип хәбәр итә БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте. Төп саралар иҫәбендә – йәшелләндереү, яҡтыртыу, асфальт һалыу, бәләкәй архитектура ҡоролмалары урынлаштырыу.

Дәүләкән ҡалаһында Дим йылғаһы буйын төҙөкләндереүҙең беренсе этабы тамамланған. Ағастан йәйәүлеләр өсөн юлдар эшләнгән, яҡтыртыу, видеокүҙәтеү үткәрелгән. Киләһе йылда финал этап эштәре дауам итә.

Бөрөлә парк төҙөкләндерелә. 35 квадрат метрҙан ашыу майҙанды биләгән парк тау башында ултыра. Унда төҙөлөш-монтаж эштәренең байтағы башҡарылған, объект 2025 йылда тапшырыласаҡ.

Фото һәм сығанаҡ –  https://contenta.info/press_releases/593914#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас