+30 °С
Болотло
Милли проекттар
16 Октябрь 2023, 09:31

3D pen art – заманса ижад

Яңауыл тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында 9 синыф уҡыусыһы Әдис Шәкүровтың 3D-ручка менән башҡарылған эштәренән күргәҙмә асылды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

3D pen art – заманса ижад3D pen art – заманса ижад
3D pen art – заманса ижад

Яңауыл тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында 9 синыф уҡыусыһы Әдис Шәкүровтың 3D-ручка менән башҡарылған эштәренән күргәҙмә асылды.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

3D-ручка – пластик менән һүрәт төшөрөү ҡоралы, ә бындай ручка менән булдырылған сәнғәттең яңы төрө 3D pen art  тип атала.

Ошондай ручканы бүләккә алғас, Әдис тәүҙә Эйфель башняһын эшләп ҡарай, шулай күләмле моделләү менән мауығып китә. Төҙөлөш машиналары, хәрби техника эшләй. Иң ҙур эше “Ҡала” тип атала.

– Әле икенсе ҡала макеты эшләү менән мәшғүлмен. Быныһы ҙурыраҡ та, сифатлыраҡ та була. Төрлө биналар ҙа эшләйем, береһе яңы ҡалала урын аласаҡ. Яратҡан футбол командам – “Зенит”, уларҙың автобусын эшләнем. Коллекциямда әле ҡырҡтан ашыу эшем бар”, – ти йәш ижадсы.

Яңауыл тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы күргәҙмәне “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә ойоштора.

 

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/590409#scroll.

3D pen art – заманса ижад
3D pen art – заманса ижад
3D pen art – заманса ижад
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас