

Өфө ҡалаһының 18-се ҡала клиник дауаханаһына “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә яңы компьютерҙар алынған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Хәҙер белгестәрҙең эш урыны монитор, клавиатура, компьютер төрткөс-“сысҡаны” менән комплектланған неттоптар менән йыһазландырылған. Яңы ҡорамалдар республика медицина мәғлүмәт системаһында эшләү талаптарына яуап бирә. Улар табиптарға пациенттарҙы ҡабул итеүгә яҙыу, электрон карта алып барыу, йүнәлтмәләр, льготалы рецептар яҙып биреү өсөн булышлыҡ итә. Шулай уҡ яңы техника телемедицина консультациялары үткәрергә мөмкинлек бирә, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
– Иҫкергән техниканы алмаштырыу һәм яңы автоматлаштырылған эш урындары булдырыу һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә дәүләт мәғлүмәт системаһын тулы кимәлдә индереү, шулай уҡ тулыһынса ҡағыҙһыҙ электрон документтарға күсеү өсөн төп шарт булып тора, – ти 18-се дауахананың баш табибы Наил Ғиләжетдинов.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/588573#scroll.