

Ейәнсура районының Үрге Муйнаҡ ауылында мәҙәниәт йорто төҙөкләндерелде.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Учреждениены йүнәтеү эштәре республика һәм урындағы бюджет иҫәбенә башҡарылды, шулай уҡ бағыусылар һәм халыҡ та финанс ярҙамы күрһәтте, тип хәбәр итә БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте. Капиталь ремонт “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә алып барыла.
Бинаның бүлмәләре, тамаша залы, сәхнәһе йүнәтелә, тәҙрәләре, иҙәндәре, ултырғыстары алмаштырыла. Тамаша залы заманса тауыш һәм яҡтыртыу ҡорамалдары менән йыһазландырыла. Бейеү залында, ижади эштәр өсөн бүлмәлә лә кәрәкле ҡорамалдар ҡуйылған.
Мәҙәниәт йортонда вокаль, хореография, театр, спорт, биҙәү-ҡулланма сәнғәте йүнәлештәрендә ун клуб ойошмаһы эшләй.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/588371#scroll.