

Иглин районында 431,2 миллион һумға йылытма комплексы төҙөү буйынса инвестиция проекты масштаблы тип табыла.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡабул ителгән ҡарарҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә Иглин районы Балтика ауыл советы биләмәһендә йәшелсә теплицаһы хужалығы төҙөү планлаштырыла.
Иглин районында 431,2 миллион һумға йылытма комплексы төҙөү буйынса инвестиция проекты масштаблы тип табыла. Был проект Башҡортостан Башлығы үткәргән “Инвестиция сәғәте”ндә лә ҡаралды, тип хәбәр итә Иглин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Проектты “Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы” башҡара. “Урал” компанияһы инвестор булып тора. Предприятиела 50 эш урыны булдырыу ҡаралған.
Йылытмаларҙа ҡыяр, помидор, картуф, һуған үҫтерергә планлаштыралар.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” кәңәшмәһе “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә ойошторола.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/532043#scroll.