

“Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй көҙгө акцияһы барышында Башҡортостанда алты миллиондан ашыу ағас ултыртыла.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй көҙгө акцияһы сентябрь уртаһында башланды, ул “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты буйынса тормошҡа ашырыла, тип хәбәр итә БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Республикала 1,6 мең гектар ерҙә 6 миллион үҫенте ултыртылау күҙаллана.
Учалы урман хужалығы биләмәһендә район хакимиәте, Илсе һәм Сәфәр ауыл советтары хеҙмәткәрҙәре, Тау сәнәғәте колледжы студенттары, 10-сы мәктәптең 5 класс уҡыусылары, “Ғаилә” үҙәге, Учалы урман хужалығы эшселәре көсө менән 5000 төп ҡарағай ултыртыла.
“Урманды һаҡлайыҡ” (“Сохраним лес”) акцияһының рәсми сайтында саралар үткәрелгән урындарҙы ғына түгел, ил буйынса нисә ағас ултыртылғанын ҡарап була. Бөтә Рәсәй акцияһының 2023 йылға маҡсаты – 70 миллион ағас ултыртыу.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/583666#scroll.