

Башҡортостан командаһы Рәсәй пенсионерҙар спартакиадаһында икенсе урын яуланы.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Санкт-Петербург ҡалаһында VIII Рәсәй пенсионерҙар спартакиадаһы үтте, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Ярыштарҙа илдең 77 төбәгенән, шулай уҡ Белоруссиянан, Ҡаҙағстандан, Финляндиянан 720 “көмөш” спортсы ҡатнаша.
Ҙур спорт сараһының маҡсаты – оло быуын кешеләре араһында физик культураны һәм спортты популярлаштырыу.
Спартакиаданың программаһы ҡатнашыусыларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып төҙөлгән. Еңел атлетика, йыйылма эстафета, йөҙөү, өҫтәл теннисы, пуля атыу, шахмат, дартс, волейбол буйынса ярыштар ойошторола.
Башҡортостан йыйылма командаһы дартс буйынса алтын миҙал яулай, ә ярыш һөҙөмтәләре буйынса дөйөм команда иҫәбендә икенсе урынға сыға. Санкт-Петербург командаһы беренсе урын яулай, ә өсөнсө урынды Вологда командаһы ала.
Республика йыйылма командаһының тренеры – РФ атҡаҙанған физик культура һәм спорт хеҙмәткәре, Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районы Ветерандар советы рәйесе Николай Ярославцев.
Спартакиада “Демография” милли проектының “Оло быуын” федераль проекты сиктәрендә үтә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/588850#scroll.