

Яңыртыуҙан һуң ул һәр кемде саҡырып торор урынға әйләнә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә учреждение 2023 йылда модель муниципаль китапханалар булдырыуға Рәсәй Федерацияһы субъекттары конкурс һайлауында еңде. Ун миллион һумлыҡ финанс бүлеү Ишембайҙа яңы быуын китапханаһы булдырырға мөмкинлек бирҙе, тип хәбәр итә БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Яңыртыуҙан һуң китапхана һәр кемде саҡырып торор урынға әйләнә. Заманса дизайн, уңайлыҡтар, өҫтәмә хеҙмәтләндереү бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Китапхана заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған: бында кинетик релакс өҫтәле, мәғлүмәт киоскы, интерактив китап, “Афина” трибунаһы, “Логопед шхунаһы” коррекцион йүнәлешле үҫтереү комплексы, автотренажер, VR-аттракцион бар. Ғәҙәти абонемент һәм уҡыу залы урынына китапханала уҡыу әүҙемлеге майҙаны, библиоинфозона, “ЭтноЗнайка” лабораторияһы, дискуссиялар подиумы, кулинария студияһы, балалар бүлмәһе, әүҙемлек үҙәге, йәштәр өсөн майҙансыҡ, һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн зона, мультиүҙәк булдырылған.
Китап фонды 1100 данаға тулыландырылған. Традицион баҫмаларҙан тыш китапханаға фотикуляр форматта, еҫле китаптар, 3D һәм 4D форматлы өҫтәмәләре булған фәнни-популяр энциклопедиялар, Брайль шрифты менән баҫылған документтар өҫтәлгән.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/588744#scroll.