

Программала 6 – 11 синыф уҡыусылары өсөн төрлө саралар: ата-әсәләр йыйылыштары, оҫталыҡ дәрестәре, һөнәри белем биреү ойошмаларына барыу, сәнәғәт объекттарына экскурсиялар ҡаралған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Берҙәм асыҡ ишектәр көнө “Мәғариф” милли проектының “Профессионалитет” федераль программаһы сиктәрендә ойошторола.
Йыйылыштарҙа төбәктә эш биреүселәргә кәрәкле, һорау менән файҙаланған һөнәрҙәр, “Профессионалитет” программаһы йүнәлештәре тураһында һөйләйҙәр, уҡыуға инеү буйынса консультациялар үткәрәләр, тип хәбәр итә БР Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте. Экскурсияларҙа предприятиеларҙағы эш шарттары менән танышыу, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу, эш биреүселәргә һорауҙар биреү мөмкинлеге ҡаралған.
Берҙәм асыҡ ишектәр көнө тураһында тулы мәғлүмәт менән сараның төбәк операторы – Башҡортостан Республикаһының йылдам һөнәри әҙерләү үҙәге сайтында https://copp-rb.ru/ һылтанмаһы буйынса танышырға мөмкин. Сараға теркәлеү өсөн һылтанма: https://forms.yandex.ru/u/6524e01e5d2a0624ad86f689/.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/588807#scroll.